Ҡарлы ҡайын урманында. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡарлы ҡайын урманында


Төрөк шағиры Нәзим Хикмәт шиғыры тәржемәһе

Ҡарлы ҡайын урманында
Күҙҙәремдә йәшем тулы,
Өҙгәләнәм-өҙгәләнәм,
Ҡулыңды бир, ҡайҙа ҡулың?!
Илгенәм ни, йондоҙҙар ни,
Йәшлегем ни – ҡалды йыраҡ
Ҡайындарҙың араһында
Яна бары өмөт-сыраҡ
Ете убалы ҡаламда
Ҡалдырҙым наҙлы гөлөмдө.
...Үлемдән ҡурҡам – ни ғәйеп,
Төшөндөм инде үлемде…



2013